Эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында

Your browser doesn't support HTML5 video.

Район хакимиәттәре Башлыҡтары үҙҙәре яуаплы булған биләмәләге һәр йүнселде танырға һәм уларға уңайлы эш шарттары булдырырға бурыслы. Был турала республика хөкүмәтендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.

Ултырышта Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәбен алыуға әҙерлек барышы тикшерелде. Күләмле кампания  2021 йылда үтергә тейеш. Уның һөҙөмтәһенән сығып йүнселдәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәре лә ҡарала. Андрей Назаров яҡшы хужа иҫәп белер, тигән халыҡ әйтеменән сығып эш итергә ҡушты.

Рафиҡ Әхмәтшин.