Айырыуса мәғариф учреждениелары һәм балалар баҡсалары янындағы юлдар иғтибар үҙәгенә алынды.
Рейдта ҡатнашыусылар быға тиклем теркәлгән етешһеҙлектәрҙең бөтөрөлөүен тикшерҙе. Юл билдәләрен ҡаплаған реклама банерҙары, ағастар ышыҡлаған участкалар билдәләнде. Республика район-ҡалаларында икенсе йыл рәттән ойошторолған рейд ярҙамында ыңғай һөҙөмтәләргә ирешелгән.
Гүзәл Борханова.