Иҫке Собханғол – Темәс юлында наркотиктар

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөрйән районында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының сираттағы рейды барышында «Нива» автомобиле туҡтатыла. Руль артында 29 йәшлек Свердловск өлкәһе егете, салонда 36 йәшлек Бөрйән кешеһе була. Инспекторҙарҙы күреү менән улар баҙап ҡала. Һорауҙарға ла икеләнеп кенә яуап бирә. Төнгө сәйәхәтселәр шикле күренгәс тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре уларҙы ентекләп тикшерергә була.

Водителдең таныҡлығы булмай сыға. Айыҡ күренеүенә ҡарамаҫтан, ул алкотестерҙа һәм ҡандағы наркотик күләмен асыҡлауға медицина тикшереүен үтеүҙән баш тарта. Салонда тентеү барышында пассажир креслоһы аҫтындағы пакет эсендә билдәһеҙ үҫемлек табыла.

Экспертиза ҡырағай киндер, йәғни наркотик булыуын асыҡлай. Ваҡиға урынына оператив тәфтиш төркөмө  саҡырыла. Әле осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә. Юлсылар наркотик һәм психотроп матдәләр әҙерләү һәм таратыуҙа ғәйепләнә. Водитель документһыҙ руль артына ултырғаны өсөн дә яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Рафиҡ Әхмәтшин.