Башҡортостанда «Шыршы-2020» оператив-профилактик операцияһы старт ала

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сараның маҡсаты – йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау. Профилактик сара сиктәрендә яңы йыл шыршылары һатылған урындарҙа даими рейдтар уҙғарыу, урман фонды ерҙәрен патрулләү ҡарала. Шулай уҡ законһыҙ ҡырҡылған продукцияны ташыу осраҡтарын асыҡлау өсөн юл инспекторҙары менән берлектә тәүлек әйләнәһенә дежур постар ойоштороласаҡ.

Закон боҙоусы физик шәхестәргә 3 мең һумдан 4 мең һумға, вазифа биләүселәргә 20-40, юридик шәхестәргә 200 мең һумдан 300 меңгә тиклем штраф һалыу ҡаралған. Урман фондына ҡул һоноу осраҡтары тураһында Урман хужалығы министрлығына 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса шылтыратыу һорала. 

Гөлдәриә Йосопова.