Пандемия һәр өлкәгә үҙгәрештәр индерҙе. Баймаҡ биләмә-ара китапхана коллективы ҡатмарлы шарттарға яраҡлашып, бер нисә йүнәлештә эшен дауам итә. Проекттар китап уҡыусыларҙы яратҡан шөғөлдәренән айырмауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Балалар модель китапханаһы хеҙмәткәре Гөлназ сабирова уҡыусыларҙың сираттағы заказдарын ҡабул итеп, тейешле әҙәбиәтте туплай. Балаларҙы өйҙә хеҙмәтләндереү маҡсатында урында Библиопочта проекты булдырылды. Күп балалы аиләләр өсөн был хеҙмәт бик уңайлы.
Йөрәктәрҙә һүнмәҫ мәрхәмәтлек проекты иһә һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикле китап һөйөүселәр менән эш итә. Был категория граждандары онлайн форматта хеҙмәтләндерелә, йә иһә китапханасы шәхсән осрашыуға килә. Сәйәси Золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө уңайынан Гүзәл Азаматованың шәхси китапханаһы тағы ла бер китапҡа тулыланды.
Китапханаға китап бүләк ит акцияһына ла ҡала халҡы ихлас ҡушылды. Был проект китапҡа икенсе ғүмер бирә. Төрлө жанрҙағы әҙәбиәт китапхана кәштәләренә, шулай уҡ буккроссинг нөктәләренә оҙатыла.
Китап-белем шишмәһе. Шуға ла , һәр дәүерҙә лә гәзит-журналдар, файҙалы әсбаптар кеше ҡулынан төшмәһен ине. Пандемияға ҡарамай, китапхана хеҙмәткәрҙәренең үҙ уҡыусылары менән бәйләнеш өҙмәүе маҡтауға лайыҡ.
Әлфиә Хәмитова.