Киләһе йылда Өфөлә бөтә иҫкергән автобустар яңыларына алмаштырыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте” ултырышында шул турала хәбәр ителде. 2021 йылда лизинг шарттары буйынса 120 автобус һатып алыу ҡарала. “Башавтотранс” компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, автопаркты яңыртыу программаһы эшләй. Ойошма бының өсөн 120 миллион һум бүлгән. Был аҡсаға 220 автобус ремонтланған, әле 56 транспортты газ яғыулығына күсерәләр. Бындай эш ҡала урамдарында автобустар һанын арттырыуға булышлыҡ итә.