Башҡортостанда санитар авиация өсөн 10 вертолет майҙанысығы төҙөлә

Премьер-министр Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе. Унда республикала санитар авиацияны үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Вертолет ярҙамында халыҡҡа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртырға була. Майҙансыҡтар Октябрьский, Сибай, Нефтекама, Белорет ҡалалары, шулай уҡ Дыуан һәм Асҡын райондарында асыла. Авиация ярҙамында ауыр хәлле пациенттарҙы Өфөләге дауаханаларға тиҙерәк килтереп еткерергә мөмкин. Баш ҡалала ике вертолет майҙансығы бар. Сентябрь-октябрҙә 80 пациентҡа медицина ярҙамы күрһәтелгән. Андрей Назаров санитар авиация мөһимлеген билдәләп вертолет майҙансыҡтары төҙөүҙе тиҙләтергә ҡушты.