Өфөнөң Киров районы судынан хәбәр итеүҙәренсә, медицина ойошмаһында 1 мең 400-ҙән ашыу коронавирус осрағы рәсми теркәлеп күрһәтелмәгән, шулай уҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәлмәгән. Быға тиклем баш ҡаланың Октябрь районы суды пандемия ваҡытында етешһеҙлектәр өсөн дауаханаға 100 мең һум штраф һалғайны.