Ул Өфөлә “Торатау” Конгресс-холл бинаһында урынлашҡан. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай үҙәкте булдырыу күптән кәрәк ине. Ул әлеге шарттарҙа медицина ойошмаларына булған йөкләмәне кәметә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКоронавирус менән көрәш буйынса ситуация үҙәгендә 113 оператор, 12 төркөм лидеры һәм 33 медицина эксперты эшләй, шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау, Һанлы үҫеш министрлыҡтары, Роспотребнадзор идаралығы белгестәре, Хөкүмәт һәм Республика Башлығы Хакимиәте вәкилдәре ярҙам итә. Радий Хәбиров бында эшләгән белгестәргә рәхмәт белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСитуация үҙәге бер аҙна эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 5 мең 600-ҙән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән һәм эшкәртелгән. Үҙәк координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рима Үтәшева әйтеүенсә, халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе буйынса шунда уҡ яуап бирелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКоронавирус менән көрәш буйынса ситуация үҙәге көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә. Телефоны – 8-347-218-19-19.