Башҡортостанда бизнес иҫәбен алыу үтә

Киләһе йылда республикала теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаларын һанарға йыйыналар. Статистика һәр биш йыл һайын яңыртылып бара, тип белдерҙе беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Башҡортостанда Федераль һалым хеҙмәте идаралығы исемлегендә 121 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуар барлығы күрһәтелгән. Иҡтисади иҫәп алыу бизнес алыу барыу шарттарын асыҡлау һәм йүнселдәргә ярҙам саралары булдырыу маҡсатынан ойошторола.