“Өфө” футбол клубы рәттән бишенсе уйында еңеү яулай алмай

Кисә “Нефтсе” стадионында “Өфө” һәм Мәскәү өлкәһенән “Химки” араһында осрашыу үтте. Матч ҡунаҡтар файҙаһына 2-1 иҫәбенә тамамланды. Рәсәй Премьер-лигаһы турнир теҙмәһендә Башҡортостан командаһы аҙаҡҡы – 16-сы урында килә. “Өфө” командаһы баш тренеры Рәшит Рәхимов уйынға ошондай баһа бирҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Киләһе уйынын “Өфө” командаһы шулай уҡ үҙ майҙанында үткәрә. 29 ноябрҙә беҙгә “Тамбов” клубы килә.