Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Дәүләт программаһы өсөн 7 миллиард ярым һум бүленде. 2026 йылға тиклем эшһеҙлекте һәм фәҡирлекле ике тапҡырға кәметеү, халыҡ килемен арттырыу бурысы ҡуйыла. Бынан тыш, эш хаҡы бер ярым тапҡырға күберәк булырға тейеш.