Бер аҙна эсендә 6 меңгә яҡын шылтыратыу эшкәртелгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был «Торатау» конгресс-холлында асылған коронавирусҡа ҡаршы ситуация үҙәге күрһәткестәре. Бөгөн уның эше менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҡындан танышты. Үҙәктә әле 113 оператор, 12 тим лидер һәм 33 медицина белгесе эшләй.

Үҙәккә республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы, Башҡортостандың һанлы үҫеш министрлығы, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре лә йәлеп ителгән. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы хакимиәте, республика хөкүмәте һәм Торатау конгресс холлы хеҙмәткәрҙәре лә ойоштороу төркөмөнә инә.

Сменаһына 70 кеше тура килә. Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем ҡабул ителә. Бөгөн генә мең ярымға яҡын мөрәжәғәт теркәлгән. Эксперттар фекеренсә, үҙәк беренсел медицина ярҙамы ойошмаларына көсөргәнешлекте кәметергә мөмкинлек бирә. Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы ситуация үҙәге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Шылтыратыуҙарҙың күбеһе амбулатор шарттарҙа дауаланыу мөмкинлектәренә ҡағыла. Үҙәктә халыҡ шулай уҡ коронавирусҡа тапшырылған тест һөҙөмтәләрен дә белешә ала. Ковид-госпиталдәргә эләккән яҡындарының хәле менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа ситаация үҙәгенә шылтырата.

Рафиҡ Әхмәтшин.