Бөгөн Рәсәйҙә морждар көнө

Ул Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды һәм диңгеҙ һөтимәрҙәре Советы башланғысы буйынса билдәләнә. Морждар – планетаның төньяҡ ярымшарында йәшәй. Бөгөн ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнеүселәр өсөн дә иҫтәлекле көн. Күп кенә төбәктәрҙә һалҡында һыу инергә яратыусылар яңы миҙгел аса. “Саф һауала һалҡын һыуҙа йөҙөү тәнде лә, йәнде лә сыныҡтыра”, - ти Өфөлә йәшәүсе Миңкәй Батырова.  Ул оҙаҡ йылдар ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һәүәҫкәр спортсылар ҡышҡы айҙарҙа Өфөнөң Яҡутов паркындағы Һалдат күлендә йөҙә.  Ғалимдар ҡышҡы йөҙөүҙе сынығыу алымы, тип иҫәпләй.