Бында автомобилдәр өсөн нығытыу ҡорамалдары етештерелә. Быйыл 10 ай эсендә предприятие 3 миллард ярым һумлыҡ тауар һатҡан. “БелЗан” ойошмаһында 3 меңгә яҡын кеше эшләй. Шулай ҙа заводҡа бер-нисә йүнәлеш буйынса һаман кадрҙар етешмәй. Был һорау бөгөн Бәләбәйҙә үткән “Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡаралды. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, предприятие менән берлектә башҡарыласаҡ проекттар күп, уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн, ҡалғаны “инвестиция сәғәтен”ә сығарыла.
Радий Хәбиров, шулай уҡ, Бәләбәй ҡалаһындағы “Йырсы шишмәләр” паркы төҙөлөшө менән танышты. Ул Красногорск ҡалаһындағы тәжрибә буйынса башҡарылды, тине республика башлығы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт