Бәләбәй ҡалаһындағы төп предприятие һаналған “БелЗАН”акционерҙар йәмғиәте майҙанында бөгөн күсмә “Сәнәғәт сәғәте” уҙҙы

Унда кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Завод яңы хеҙмәткәрҙәргә мохтаж. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына “БелЗАН” заявкалары буйынса урындағы колледждар базаһында предприятие өсөн махсус белгестәр әҙерләү эшен ойоштороуҙы йөкмәтте. Әле бында автомобилдәр өсөн беркетеү деталдәре етештерелә. Киләсәктә был деталдәрҙе авиация өсөн сығара башлау планлаштырыла. Республика етәксеһе проектты  “Инвестиция сәғәте”нә сығарырға тәҡдим итте. “Белавтодеталь” предприятиеһы иһә федераль сауҙа селтәрҙәренең береһенән келәт контейнерҙары етештереүгә ҙур заказ алған. Предприятие быйыл контракт буйынса 5 мең, киләһе йылда 30 мең контейнер етештерәсәк. Был предприятиеға тотороҡло эшләү мөмкинлеге бирә.