Бындағы эштәр “Башҡортостан ихаталары” республика программаһы сиктәрендә башҡарылған. Былтыр ҡасабала 13 күп фатирлы йорт урынлашҡан 13-сө квартал тулыһынса төҙөкләндерелгән. Ҡалған аҡсаға Магистраль урамындағы 13-сө йорт алды ла йәшелләндерелгән. Быйыл 750-ән ашыу кеше йәшәгән 4 йорт алды комплекслы ремонтланған. Бында асфальт һалынған, автомобиль ҡуйыу урындары, тротуарҙар, контейнер майҙансыҡтары тәртипкә килтерелгән. Резина япмалы балалар майҙансығы, эскәмйәләр, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырылған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, проекты әҙерләү этабында йорттарҙа йәшәүселәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу мөһим. Шул саҡта һөҙөмтә лә ыңғай була. Республика етәксеһе хөкүмәткә киләһе йылда ҡасабаға “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 10 миллион, подьездарҙы комплекслы ремонтлауға 2 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты.