Сит ил автомобилдәрендә Башҡортостан деталдәре

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы «Фольксваген»дәр өсөн көнбайыш стандарттары буйынса беркеткес продукциялар етештерә башлаған. Әммә етәкселек яуланған үрҙәр менән генә сикләнергә йыйынмай. Сөнки улар автомобиль сәнәғәтендәге башҡа компаниялар менән дә һөйләшеүҙәр алып бара. Бөгөн Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Сәнәғәт сәғәте»ндә заводтың артабанғы үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде. Теманың дауамы киләһе репортажда.

«Автонормаль» заводы етәксеһе үҙләштерелгән һуңғы деталдәр менән таныштыра. Мәҫәлән, был продукция ярҙамында «КамАЗ» двигателдәренең ғүмерен миллион километрға тиклем оҙайтыу күҙаллана. Әле йөк транспортында ҡулланылған 6 меңдән ашыу болт һәм гайкалар Бәләбәйҙә етештерелгән. Завод шулай уҡ автомобиль сәнәғәтендәге башҡа компаниялар менән хеҙмәттәшлек урынлаштырған. Атап әйткәндә, республика әйберҙәрен  «Фольксваген»дәрҙә лә осратырға мөмкин. Әммә был да сик түгел, сөнки завод етәкселеге  башҡа автогигантар менән дә килешеп, киләһе йылға продукция күләмен 10 процентҡа арттырырға иҫәп тота. 

Әле заводта 2 300 кеше эшләй. Улар автомобиль сәнәғәте өсөн көн һайын ике мең тоннаға яҡын беркеткес продукциялар сығара. Ябай итеп әйткәндә, Рәсәйҙәге һәр өсөнсө автодеталь Бәләбәйҙә етештерелә.  

Бөлгөнлөк хәлендә булған предприятие бөгөн ышаныслы аҙымдар менән алға атлай. Завод етәкселеге 2023 йылға тиклем инвестиция программаһын 600 миллион һумға еткерергә ниәтләй. Уның сиктәрендә производсто майҙансыҡтары яңыртылып, авиатөҙөлөш компаниялары өсөн деталдәр сығарыу буйынса компетенция үҙәге сафҡа инәсәк.

«АвтоВАЗ» компанияһы ла Башҡортостан предприятияһының эшмәкәрлеген юғары баһалаған. Сифат һәм үҫеш буйынса күрһәткән уңыштары өсөн Бәләбәйҙәр «Йыл ҡаҙанышы» номинацияһында еңеү яулаған. «Был тарих өсөн бик мөһим», - тине республика етәксеһе.

Илдар Байбулатов.