Был турала республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Ваҡытында медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштороу маҡсатында республикала 10 вертолет майҙансығын төҙөү мөмкимнлектәре ҡарала.
Башҡортостанда санавиация үҫеше хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә ҡаралды.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин фекеренсә, санитар авиацияны үҫтереүҙең төп маҡсаты оператив медицина ярҙамын тиҙләтеү. Был сара киләсәктә үлем күрһәткестәрен кәметергә ҙур йоғонто яһарға тейеш.