Диспетчерҙар амбулатор шарттарҙа дауаланған пациенттар менән эш алып бара. Консультация, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын тултырыу, анализ һөҙөмтәләрен тикшереү, өйгә табип йәки тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртыу һәм башҡа хеҙмәттәр башҡарыла. Ковидҡа ҡаршы үҙәк хаҡында ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Буласаҡ фармацевт Әлмира Зарипова сираттағы пациентҡа шылтыратып уның хәлен һораша. Күптән түгел ковидҡа ҡаршы үҙәктә эшләй башлаған диспетчер телефон аша кәрәкле документтарҙы тултыра, психологик яҡтан ярҙам күрһәтә, табиптар менән бәйләнешкә сығара.
Ковид буйынса мәғлүмәт үҙәге Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында ойошторола. Ведомствонан амбулатор шарттарҙа дауаланған пациенттарҙың анкетаһы ебәрелә. Диспетчерҙар коронавирус йәки киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыусыларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн мәғлүмәт менән бәйле эште үҙҙәре алып бара. Телефон аша Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын тултырыу мөмкинлеге лә бар.
Мәғлүмәт үҙәге коронавирус инфекцияһы таралған осорҙа пациенттарҙы мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хеҙмәтләндерер өсөн ойошторола. Өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр булыуы көсөргәнешле эш режимында эшләгән поликлиника регистратураһына ла бер аҙ ярҙам булып тора.
Хужалыҡ иҫәбендәге поликлиника бинаһында асылған ковидҡа ҡаршы үҙәктә амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар һауыҡҡансы тиклем эш алып барыла. Мәғлүмәт үҙәге республиканың һәр муниципалитеты буйынса ойошторола. Хәүефле осорҙа өйҙән ситкә сыҡмайынса телефон аша байтаҡ хеҙмәттәрҙе башҡарырға мөмкин.
Флорида Ким.