Иртәнге 10-сы яртылар тирәһендә Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында ағас йорт янып китә. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә өйҙө тулыһынса ялҡын ялмап алған була. Ҡотҡарыусылар янғында зыян күргән 95 йәшлек хужабикәне медиктарға тапшыра, ҡыҙғанысҡа, һуңғылары өлкән йәштәге ҡатындың үлемен раҫлай.
Ошо уҡ көндө сәғәт 11-ҙә Дүртөйлө ҡалаһының Матросов урамындағы күп фатирлы йортта ла ут сыға. Хәүефле зонанан 10 кеше эвакуациялана, һөрөмгә ағыуланған 1984 йылғы ир дауаханаға оҙатыла. Дүшәмбе шулай уҡ Әлшәй районы Түбәнге Әүрез ауылында сыҡҡан янғын да фажиғәле тамамлана. Янған йорт эсендә 1953 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.
Гөлдәриә Йосопова.