Юлда – 25 ҡатлы йорттоң тәүге свайҙары

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөнөң Брест урамында йәшәүселәр яңы торлаҡ төҙөлөшөнә ҡаршы сығып, яуаплы компанияға дәғүәләрен белдерҙе. Шәхси сектор Салауат Юлаев проспекты һәм Баҡалы урамына илткән юлһыҙ ҡалыуы ихтимал. Милекселәрҙе борсоған һорау хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Әлегә юл асыҡ та бит, тик автоһәүәҫкәрҙәр квест үткән кеүек свайҙарҙы урап йөрөргә мәжбүр. Бетон ҡоролмалар яңы төҙөлөшкә һынау үткәндәй, шәхси секторҙа йәшәүселәр ҙә юл мәшәҡәттәренә сума башланы. Киләһе йылдың тәүге кварталында биләмә ҡойма менән уратып алынасаҡ, күп ҡатлы йорттоң яңы секцияларына нигеҙ һалына. Урындағы халыҡ тәҙрә аша барған төҙөлөшкә ҡаршы, төп юл артерияһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа.

Утрауҙы хәтерләткән шәхси секторҙа ике тиҫтәнән ашыу йорт иҫәпләнә. Биләмә йырынты урында урынлашҡан, эргәлә генә йылға аға. Һыу ятҡылығын йөҙөп сығыу мөмкинлеге юҡ, соҡорло участкала яңы юл һалыныуы ла икеле. Шуға халыҡ төҙөлөш компанияһына ҡарата дәғүәһен белдерә. Проект буйынса, 25  ҡатлы йорт күтәрелә башлау менән Брест урамынан Салауат Юлаев проспекты һәм Баҡалы урамына илткән юл ябыласаҡ.

Сун-Ят-Сена урамына сығыу ҙа оло һынау. Текә урын, текә боролош. Шуға шәхси секторҙа йәшәүселәр Брест урамындағы юлды һаҡлап ҡалыу яҡлы. Төҙөлөш компанияһы етәкселеге иһә урындағы халыҡтың юлға бәйле мөрәжәғәттәре буйынса компромисс ҡарар табырға йыйына. Биләмәлә күп ҡатлы йорт күтәреүгә рөхсәт ҡағыҙҙары 2024 йылға тиклем алынған.

Свайҙар  ағылған биләмә беҙҙең мөлкәткә ҡарай. Проекттағы график буйынса эшләйбеҙ. Халыҡтың юл мәсьәләһе хәл ителәсәк, яҡында йәшәүсе милекселәрҙең бар теләктәре иҫәпкә алынасаҡ.

Максим Андреев, төҙөлөш компанияһы етәксеһе

Шәхси секторҙа йәшәүселәр төҙөлөш компанияһы етәкселеге менән осрашып, биләмәлә хәүефһеҙлек тәьминәте мәсьәләһенә лә туҡталды. Күләмле төҙөлөштән яҡындағы йорттар зыян күрмәҫкә тейеш. Шулай уҡ парковка урындарына бәйле һорау ҙа күтәрелде.

Гөлназ Хәйбуллина.