Республикаға Болгария яҡынлаша

Your browser doesn't support HTML5 video.

Саҡрымлап түгел, ә сәнғәт аша. Өфөлә Болгария республикаһының почетлы консуллығында болгар фоторәссамы Данил Ненчеевтың фотокүргәҙмәһе асылды. Экспозиция Европа һәм донъя күләмендә сәнғәт өлкәһендә танылыу яулаусыларҙың портреттарынан тупланған.

Рәсәй һәм Болгария араһындағы дуҫлыҡ күперен тоташтырыусы күргәҙмәгә  Рәсәй  мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҙә саҡырылғайны. «Сикһеҙ идеялар» Мәскәү ҡалаһы Болгар мәҙәниәте институты менән Өфөләге Болгар мәҙәни үҙәгенең берлектәге проекты. Төрлө йылдарҙа төшөрөлгән портреттар аша хәҙерге заман Европа сәнғәтенең йөҙөн билдәләүселәр менән танышырға мөмкин.

Күргәҙмәлә шулай уҡ архив фотолары ла ҡуйылған. Экспозиция Болгарияла тыуып-үҫкән шәхестәрҙең фекерҙәре менән дә байытылған. «Сикһеҙ идеялар» күргәҙмәһе 24 декабргә тиклем эшләй.

Ярослав Шредер, Болгария республикаһының Өфөләге почетлы консулы

Был шәхестәр бөтәһе лә үҙ өлкәһендә танылыу алған һәм исемдәрен бөтә донъяға танытҡан ижадсылар. Күргәҙмә Мәскәү ҡалаһының Болгар мәҙәниәте институты ярҙамы менән иң беренсе Өфөлә асылды, артабан ул Рәсәй ҡалалары буйлап дауам итәсәк.

Гүзәл Борханова.