Бәләбәй районы Приют ҡасабаһы өсөн дә ошондай проект әҙерләнә. Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәккә эш сәфәре барышында шул турала белдерҙе. Ҡасабаны комплекслы үҫтереү буйынса программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Бының өсөн 3 миллиард һум бүленә, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПриют ҡасабаһында “Башҡорт ихаталары” программаһы тормошҡа ашырыла. Былтыр күп фатирлы 13 йорт алды тәртипкә килтерелгән. Быйыл дүрт ихата төҙөкләндерелгән. Киләһе йылда программа буйынса 10 миллион һум бүленә, шулай уҡ подъездарҙы ремонтлауға 2 миллион һум йүнәлтелә. Ҡасаба хакимиәте башлығы Лилиә Юнысова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров Приют ҡасабаһында паркта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәйкәленә сәскә һалды, биләмәне тәртипкә килтереү барышы менән танышты. Республика Башлығы “Нефтсе” стадионын да ҡараны. Спорт объекты 37 йыл элек төҙөлгән. Радий Хәбиров стадионды төҙөкләндереү буйынса проект әҙерләргә ҡушты.