Благовещенда “Полиэф” ойошмаһында полиэтилентерефталат – ПЭТ сығарыуҙа яңы алым файҙаланыла. Сеймал булараҡ пластик шешәләр, аҙыҡ төргәге ҡулланыла. Икенсе сеймалды файҙаланыу экологик яҡтан отошло – һауаны зарарлы газдар менән ағыулау кәмей, тип белдерәләр ойошманан. Республикала йылына 4 мең тонна пластик шешә туплана. Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙы яйға һалған осраҡта, был күрһәткесте 20 мең тоннаға еткерергә мөмкин. Аҙаҡ пластик шешәләрҙе эшкәртеүгә ебәрергә була.