Документҡа 876 төҙәтмә индерелгән, уларҙың 669-ы хупланған. Рәсәй парламенты депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина белдереүенсә, федераль бюджеттың төп маҡсаты дәүләтте көрсөктән ҡурсалау, халыҡтың һаулығын һаҡлау.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәй бюджетында иҡтисадты тергеҙеүгә 638 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡарала. Яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙарға ипотеканы субсидиялауға 12 миллиард һум бүленә. “2022 һәм 2023 йылдарҙа был сумманы ике тапҡыр арттырыу күҙаллана”, - тип белдерҙе федераль парламент рәйесе Вячеслаав Володин. Инфекция дауаханаларын үҫтереүгә – 17, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсе звеноһын яңыртыуға 90 миллиард һум йүнәлтелә.