Әле уға 89 ойошма ҡушылған. Йыл аҙағына тиклем ҡатнашыусылар иҫәбен 100-гә еткереү бурысы ҡуйыла, тип белдерәләр республика иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан. Милли проект ярҙамында предприятиелар эксперттар ярҙамы менән файҙалана һәм льготалы шарттарҙа субсидия ала.