"Беҙҙең ихатаның йәме"

Яңауылда ҡала халҡы тырышлығы менән балалар майҙансығы булдырылған. Яңауылда йәшәүселәр социаль селтәр аша Республика Башлығына мөрәжәғәт ебәрә. Улар билдәләүенсә, бында “ҡот-осҡос шарттар” булған. “Беҙ үҙебеҙҙе донъянан айырылған кеүек хис итәбеҙ. Балалар менән йөрөргә лә урын юҡ. Улар бер ҡайҙа ла уйнай алмай”, - тип яҙа ҡала халҡы. Хат “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлә.

Яуап оҙаҡ көттөрмәй. Яңауыл районы хаҡимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Лидия Ғәлимова белдереүенсә, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы буйынса сентябрь айында Еңеү урамында урынлашҡан канализация соҡорҙары төҙөкләндерелә. Унан һуң юл ремонтлана. Балалар майҙансыҡтарына килгәндә, октябргә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Станция урамы, 10, 10а, 12а йорттары ихатаһы тәртипкә килтерелә. Еңеү урамы, 61, 63, 65 адресы буйынса урынлашҡан йорттар һүтелгәндән һуң, заманса балалар майҙансығы төҙөлә.

#инцидент