Был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов белдерҙе. Быйыл Башҡортостандың 2021 йылға бюджеты тураһында закон проекты буйынса фекер алышыу интернет форматта үткән. Коронавирус пандемияһына бәйле ошондай ысул ҡулланылған. Ноябрь башында граждандарҙың тәҡдимдәре электрон почтаға ҡабул ителгән.
Иртәгә республика парламентының пленар ултырышында 2021 йылға бюджет тураһында ҡанун проекты ҡарала.
Рафиҡ Әхмәтшин.