Яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына яңы ҡорамалдар килтерелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Стәрлетамаҡта төҙөлгән яңы ковид госпиталенә яңы ҡорамалдар, шул иҫәптән ИВЛ аппараттары һәм компьютер томографы килтерелгән.

Объектты билдәләнгән ваҡытҡа файҙаланыуға тапшырыу өсөн төҙөүселәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. Яңы дауаханала 70 айырым бокс ҡаралған, медицина учреждениеһы көсөргәнешле осорҙарҙа 300-ләп пациент һыйҙыра ала. Бында шулай уҡ бала табыу һәм педиатрия бүлектәре, хирургия блогы, баклаборатория һәм томография бүлеге эшләйәсәк.

Пациенттарҙы санавиация ярҙамында ла килтерергә мөмкин буласаҡ – госпиталь биләмәһендә вертолет майҙансығы ҡаралған. Эшселәр биналар эсендә инженер селтәрҙәре һуҙа, йылытыу системаларын монтажлау дауам итә. Яңы клиника-диагностикалау инфекция үҙәге тәүге пациенттарын декабрҙә ҡабул итәсәк.

Гөлдәриә Йосопова.