Рәхмәт белдереүгә йылмайыу ҙа етә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Битлек аша күренмәһә лә, ирекмәндәр үҙизоляция ултырыусыларҙың йомоштарын үтәп, уларҙың кәйефен күтәрергә тырыша. Мәләүез ҡалаһындағы Ирекмәндәр штабы вәкилдәре оло йәштәгеләрҙең йорттарына дарыу һәм кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе килтерә. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Дарыу, аҙыҡ-түлек кенә түгел, яҡшы кәйеф тә. Үҙизоляция осоро башланыу менән Мәләүез ирекмәндәре үҙәгенә ҡала халҡы әүҙем ҡушыла. Был ваҡыт эсендә улар йөҙләгән ғаризаларҙы эшкәртеп, оло йәштәгеләрҙең һәм сирләүселәр һорауҙарын үтәй. 62 йәшлек Мәрйәм Сыртланова диабет менән яфалана. Поликлиника һәм дарыухана йәшәгән урынынан алыҫта урынлашҡан, шуға күрә инсулинды ирекмәндәрҙән алдыра.

Мәләүездәргә дарыу килтереү өсөн ирекмәндәр поликлиникаға барып йүнәлеш алырға һәм көнөнә бер нисә төрлө дарыуханаға барырға әҙер. Ғариза биреүселәргә кәрәкле әйберҙәрҙе теүәл еткереү – төп бурыс. Александр Никонов дуҫы Владислав менән ирекмәндәр хәрәкәтенә ихлас ҡушыла. Ашығыс рәүештә пенсионерҙарҙың өйөнә медикамент еткерергә улар һәр ваҡыт әҙер. Ирекмәндәр өсөн иң мөһиме, ул мөрәжәғәт итеүселәрҙең ҡәнәғәт булып ҡалыуы.

Бала саҡтан табип булырға, медицина университетына уҡырға инергә хыяллана инем. Әммә килеп сыҡманы. Кешеләргә ярҙам итеү теләге мине ирекмәндәр хәрәкәтенә килтерҙе. Бында оло йәштәгеләргә генә түгел, балаларға ярҙам итеү, акцияларҙа ҡатнашыу оҡшай.

Александр Никонов, ирекмән

Пенсионерҙарға өй режимын һаҡларға 100-ҙән ашыу ирекмән ярҙам итә. Мөрәжәғәттәр төрлө, ти улар, ҡайһы саҡта оло йәштәгеләрҙе дауаханаға тиклем оҙатып барырға ла тура килә. Адрестар буйлап йөрөүҙән бушаған саҡта, егет-ҡыҙҙар ҡала халҡына битлек тарата.

Ғаризалар буйлап сығыр алдынан инструктаж үтеүҙән тыш, эпидемиологик талаптарҙы үтәү маҡсатында ирекмәндәрҙең температураһы үлсәнә, битлек һәм бирсәткә бирелә.

Әлфинә Килдейәрова.