Кушнаренко районында гүзәл заттар сәләмәтлекте хәстәрләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя.
Асыҡ академия сиктәрендә Өфө табиптары кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген тикшерҙе. Сараны «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды менән берлектә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Babydoctorschool мәктәбе уҙғарҙы. Медицина тикшереүе район мәҙәниәт йортонда, алдан яҙылыу буйынса ойошторолдо. Балаларҙың һаулығын педиатр, гастроэнтеролог, дерматолог, психотерапевт һәм башҡа табиптар тикшерҙе.
Шулай уҡ сара барышында Кушнаренко оҫталарының күргәҙмәһе лә эшләне. Экспозицияға балаларҙың да һүрәттәре ҡуйылғайны. Иң яҡшы картина авторы проекттың телевизион версияһында тура эфирҙа бүләкләнәсәк.
Әлфинә Килдейәрова.