Республика төбәктәрендә Яңы йылға әҙерлек эштәре йәнләнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Боҙ ҡаласаҡтарын төҙөүҙе декабрҙең тәүге аҙналарында башлау күҙалланһа, әле шыршылар биҙәлә. Бөгөн төҙөкләндерелгән һуң, сафҡа ингән Бөрө ҡала үҙәге майҙанына ла 30 метрлыҡ ҡупшыҡай ҡуйылды.

30 метр самаһы бейеклектәге шыршы Бөрө районының инициатив төркөмө тарафынан махсус һайлап алына. Ул төбәк урман хужалығы биләмәһендә ҡырҡыла. Яңы йыл ҡупшыҡайы ҡаланың Октябрь майҙанына осраҡлы ҡуйылмай. Бөрөнөң тарихи үҙәге булараҡ бар мәҙәни байрам саралары ошонда үтә.

Әйткәндәй, биләмә бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй кимәлендә еңеү яулап, капиатль ремонт эштәре үтә. Ә Бөрө районының Бахтыбай ауылы халҡы иһә берҙәм көс ярҙамында урындағы быуаны төҙөкләндергән. 55 мең һум күләмендә аҡса йыйып һыу ятҡылығы ярҙары нығытыла, электр уты үткәрелә.

Бахтыбай ауылында меңгә яҡын кеше йәшәй, уларҙың 200-е балалар. Быуа ла тап үҫеп килеүсе быуынды хәстәрләп төҙөкләндерелә. Ҡышҡыһын спорт сараларын ойоштороу, йәйгеһен һыу инеүгә ҡулай булһын өсөн махсус эшләнә. Шыршыны ла бахтыбайҙар Яңы йылды тап ошонда ҡаршы алыу маҡсатында ҡуйған.

Азат Ғәлиуллин.