Бөгөн Рәсәйҙә – хирургтар көнө

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан хирургтары һөнәри байрамын ҡаҙаныштар һәм алдынғы ысулдар менән яһалған уңышлы операциялар яһап ҡаршылай. Медицина тармағының яуаплы өлкәһендә эшләүселәргә пандемия шарттарында еңелдән түгел. Әммә республика хирургтары һынатмай.

Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы ҡарары менән «Алтын скальпель» профессор, нейрохирург Шамил Сафинға тапшырылды. Ә Резеда Ғәлимова менән Игорь Бузаевтарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте махсус дипломдар менән баһаланды.

Операция барышында иң мөһиме – хәүефһеҙлек. Хәүефһеҙ ысулдар ҡулланыу хуплана һәм ошо йүнәлештә эшләйбеҙ ҙә.

Шамил Сафин, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, БДМУ-ның нейрохирургия кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы

Республика хирургтарының ғилми-ғәмәли конференцияһында операцияларҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләре лә ҡаралды. Халыҡ-ара кимәлдәге фәнни мәҡәләләр авторҙары, хирургия өлкәһендә яңы алым индереүселәр махсус дипломдар менән бүләкләнде. 

Пандемия осоронда күп дауаханалар үҙ профилен үҙгәртте, шуға ҡарамаҫтан беҙҙең пациенттарға юғары технологиялы һәм махсус медицина ярҙамы үҙ ваҡытында күрһәтелә. Хирургтар эш күләме икеләтә артҡан шарттарҙа ла аладрына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй.

Максим Забелин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры

Гүзәл Борханова.