Ноябрҙең һуңғы йомаһында Рәсәйҙә хирургтар көнө билдәләнә

Һөнәри байрам алдынан республикала йыл һайын иң яҡшы хирургҡа “Алтын скальпель” наградаһы тапшырыла. Быйыл ул нейрохирург Шамил Сафинға бирелде. Махсус диплом менән Резеда Ғәлимова  бүләкләнде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хирургия өлкәһендәге ҡаҙаныштар буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урында. Был турала республика Хирургтар берләшмәһе президенты, академик Вил Тимербулатов белдерҙе. Беҙҙең табиптар иң ауыр йүнәлештәр булып һаналған ҡан тамырҙары хирургияһы, ағзаларҙы күсереп ултыртыу буйынса ла уңышлы эшләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөнөң Дим районы дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов белдереүенсә, илдә Башҡортостан хирургтарының абруйы ҙур. Уларҙың тәжрибәһен өйрәнеүсе клиникалар байтаҡ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фәнил Шәмиғолов Рәсәйҙә быйыл ғына булдырылған Пирогов орденына лайыҡ булды. Әйткәндәй, тап Николай Пирогов хөрмәтенә илдә хирургтар көнө булдырылды. Быйыл ул 27 ноябргә тура килә. Николай Пирогов хәрби-ялан хирургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һанала.