Бөгөн төнөн Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында шыршы урынлаштырылды

Ҡупшыҡайҙың йәше – 90 йыл, оҙонлоғо 30 метр. Ул Благовещен районынан килтерелгән. Яҡын арала шыршыны биҙәү башлана. Быйыл баш ҡалала өс төп майҙан була. Бынан тыш, боҙ ҡаласыҡтары 16 майҙанда һәм 90 йорт ихатаһында төҙөлә.