Ҡариҙел районында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә күп функциялы ауыл клубы асыла

Төҙөкләндереү өсөн 19 миллион һум бүленгән. Был аҡсаға клубтың матди-техник базаһы яңыртылған, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлыҡтар булдырылған, заманса ҡоролмалар алынған. Республикала 88 күп функциялы ауыл клубы бар, уларҙың өсәүһе Ҡариҙелдә.