Унда үҙеңә кәрәкмәгән кейем-һалымды ҡалдырып китергә була. Һауыттар тулғандан һуң, ирекмәндәр кейемде айырым пунктҡа килтерә. Яҡшы һаҡланған әйберҙәр мохтаждарға таратыла, йыртылған йә табы булғандары эшкәртеүгә ебәрелә. Контейнерҙар “Башҡортостан” лайфстайл үҙәге, “Үҙәк” сауҙа үҙәге һәм “Простор ”күңел асыу комплексы янында ҡуйылған. Проект менән втораяжизньвещей. рф сайтында танышырға мөмкин.