Башҡортостанда уртаса эш хаҡын атанылар

Республика статистика хеҙмәте мәғлүмәте буйынса,  быйыл  9 ай эсендә  хеҙмәткәрҙәргә  уртаса 37 мең 423 һум түләнгән. Был күрһәткес былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 4,4 процентҡа күберәк. Реаль эш хаҡы 1,1 процентҡа артҡан. Эш хаҡы индексы ярҙамында көнкүреш тауарҙарға  хаҡтар үҙгәреү мәлендә  халыҡтың һатып алыу мөмкинле  иҫәпләнә.