Рәсәйҙә водитель таныҡлыҡтарына үҙгәрештәр индерелә

“Автостат” агентлығы хәбәр итеүенсә, яңы документта “водительское удостоверение” һүҙе өс телдә, шул иҫәптән инглиз һәм француз телдәрендә яҙыла. Транспорт паспортында иһә автомобилдең ауырлығы,  ултырыу урыны һаны һәм бығаса уҙғарылған тикшереүҙәр тураһында мәғлүмәт була. Транспопртты теркәү документына автомобиль двигателенең ҡеүәте һәм таможня сикләүҙәре индерелә.  Бөгөнгә Рәсәйҙә 44 миллион ярым берәмек еңел автомобиль теркәлгән.