Һуңғы тәүлектә ике кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып, үлеүселәр һаны 78-гә етте, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Уҙған тәүлектә йоғошло сир 134 кешелә асыҡланған. Стационарҙа 438 пациент дауалана. 36 кеше ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Республикала коронавирус таралыуға юл ҡуймау маҡсатында битлек тәртибе ғәмәлдә, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр изоляция режимын һаҡларға тейеш.