Бөгөн беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов архив эшен үҫтереү буйынса видеоконференция үткәрҙе. Республикала архив эшмәкәрлеге камиллаша бара. Матди-техник база нығытыла, һанлы технологиялар файҙаланыла. Башҡортостан Милли архивында халыҡ өсөн уҡыу залы йыһазландырылды, “Башархив.РФ” интернет-проекты булдырылды. Уның ярҙамында боронғо документтарҙың электрон күсермәһен ҡарарға мөмкин. Илшат Тажетдинов артабан халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу, яңы мәғлүмәт технологияларын киңерәк ҡулланыу кәрәклеген иғтибарға алды.