Һаулыҡ һаҡлау системаһы алға киткән ҡайһы бер сит илдәр ҙә бындай ҡаҙаныш менән маҡтана алмай. Был турала онлайн режимда ойошторолған «Сәләмәтлек сәғәте»ндә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Шуға ҡарамаҫтан, хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Һүҙ тәү сиратта беренсе звено һәм пландағы медицина ярҙамы тураһында бара. Кәңәшмәлә граждандарҙан килгән һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр ҙә тикшерелде.
Мәҫәлән, Өфөлә йәшәүселәрҙең береһе торлаҡ йорттың 32-се поликлиникаға яҡын урынлашыуына зарланған. Шуға ла хужаларға көн һайын ишек төбөндә температуралары күтәрелгән сирлеләр менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килә. Бындай проблема тағы ла бер нисә поликлиникаға хас. Бынан тыш, ҡайһы төбәктәрҙә балалар аллергологына ҡытлыҡ күҙәтелеүе, саҡыртылған ярҙамдың йыш ҡына һуңлап килеүе һәм Өфөгә оҙатылған мәйетте ҡайтартыу менән бәйле мөрәжәғәттәр ҡабул ителгән.
Илдар Байбулатов.