Йәмәғәт транспортында битлекһеҙ йөрөүсе пассажирҙарға штраф янай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уның күләме өс мең һумға тиклем етеүе ихтимал. Өфөлә хоҡуҡ һағындағылар, күҙәтеүсе органдар тарафынан ойошторолған сираттағы рейд һөҙөмтәләре менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Йәмәғәт транспорты туҡталыштан йөҙ метр үтеп тә өлгөрмәй, тикшереүгә эләгә. Полиция хеҙмәткәрҙәре салонға инеп, битлек режимы үтәлешен ҡарай. Һаҡлау сараһы булмаған пассажирҙарҙы башта фотоға төшөрәләр, артабан урамға сығыуҙарын талап итәләр. Битлек битте ҡапламаһа, уның кеҫәлә, ҡул аҫтында булыуы ла ҡотҡармаясаҡ.

Битлекһеҙ йөрөүселәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Штрафҡа эләгеү ихтималлығы юғары. Ҡағиҙә боҙоусылар башҡа пассажирҙар өсөн дә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Сөнки йәмәғәт транспорты водителенә лә протокол төҙөлә. Оҙайлы туҡталышҡа бәйле күптәр юлын йәйәүләп дауам итергә мәжбүр.

Бындай рейд саралары даими уҙғарыла. Битлекһеҙ пассажирҙар өсөн, тәү сиратта, водителдәр яуаплы. Административ хоҡуҡ боҙоуға бәйле документтар судҡа тапшырыла. Практика күрһәтеүенсә, беренсе тапҡыр тотолоусыларға иҫкәртеү яһала, икенсе осраҡ икән, штраф күләме бер мең һумдан өс мең һумға тиклем етеүе ихтимал.

Динар Сәфиуллин, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы белгесе

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы белгестәре 20 апрелдән алып республика юлдарында мониторинг алып бара. Рейд һөҙөмтәләре буйынса өс йөҙгә яҡын автобус тикшерелгән, 127 административ протокол төҙөлгән. Билдәле булыуынса, контролерҙар эшләгән йәмәғәт транспортында санитар-эпидемиологик талаптар үтәлеше күпкә юғары.

Өфө юлдарында ойошторолған рейд та аяуһыҙ сир менән көрәш алымы. Профилактика сараһы. Халыҡты хәүефһеҙлек талаптары ҡәтғиләшеүе хаҡында йәнә иҫкәртәләр.

Автобуста ғына түгел, башҡа йәмәғәт урындарында ла битлек режимын үтәү мотлаҡ. Күҙәтеүсе органдар тарафынан рейдтар даими уҙғарыла. Административ яуаплылыҡҡа эләгеү ихтималлығы юғары.

Гөлназ Хәйбуллина.