Ирекмәндәргә күнекмәләр

Your browser doesn't support HTML5 video.

Улар онлайн форматта үтә. Республиканың йәштәр сәйәсәте министрлығы һәм төбәк ирекмәндәр ресурс үҙәге тарафынан ойошторолған уҡыуҙар 19 ноябрҙә башланды һәм һәр кесаҙна-йома көндәре үткәрелеп 11 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Был көндәрҙә онлайн форматта Рәсәй һәм Башҡортостандың ирекмәндәр хәрәкәте лидерҙары сығыш яһай. Улар ирекмәндәр хәрәкәтендә туплаған тәжрибәһе һәм белемдәре менән уртаҡлашасаҡ. #Беҙбергә, #Беҙҙең хәстәрлек проекттарына ирекмәндәр йәлеп итеү пандемияның икенсе тулҡыны барғанда ярҙамға мохтаждарға ҙур ярҙам буласаҡ. Нисек кенә булмаһын, ирекмәндәр отрядына килеүсе йәштәргә ябай булмаған шарттарҙа, үҙ һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, мохтаж халыҡҡа ярҙам итергә тура киләсәк.

Ысынлап та ирекмәндәр сафына кеше хәсрәтенә битараф булмағандар килә. 630 автоирекмәнде өлгө итеп ҡуя алам. Улар үҙ техникаһын ҡулланып, аҙыҡ-түлек алып, мохтаж кешеләргә ярҙамға ашыға.

Рөстәм Әхмәҙинуров, «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе

Яна Гайдук, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары

Беҙ бөтәбеҙ ҙә әүҙем кешеләр, ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар ҙа арып китеүҙәре ихтимал, шуға күрә ирекмәндәр иптәшенең иңен тойоп эш итергә тейеш.

Гүзәл Борханова.