Хәйбулла районының күп фатирлы йорттарында газ үткәргестәрҙе алмаштырыу дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был һуңғы тиҫтә йылда башҡарылған тәүге күләмле яңыртыу эше. Бер үк ваҡытта шулай уҡ газ бүлеү селтәрҙәре һәм газ тәьминәте системаларын ремонтлау ҙа башҡарыла.

Тәлғәт Килдебаев, «Өфө газ таратыу» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Сибай филиалының Хәйбулла комплекслы хеҙмәте етәксеһе

Фатирҙарҙа газ миҡдарын үлсәүсе сигнализаторҙар, тотонолған зәңгәр яғыулыҡ күләмен һанаусы приборҙар урынлаштырыласаҡ. Ҡағиҙәләргә ярашлы, хужалар 15 йылдан ашыу ҡулланған иҫке газ ҡорамалдарын тулыһынса алыштырырға бурыслы.

Ил буйынса йыл һайын күп фатирлы йорттарҙа газға бәйле 200-ҙән ашыу ғәҙәттән тыш хәл теркәлә. Төп сәбәп газүткәргестәр төҙөкһөҙлөгө, йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалының ҡулланыу мөҙҙәте үтеүе. Ошо факттарға бәйле зәңгәр яғыулыҡты хәүефһеҙ ҡулланыу буйынса аңлатыу эштәре башҡарыла.

Белем биреү учреждениеларында, ойошмаларҙа, күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа лекциялар уҡыйбыҙ. Техник хеҙмәтләндереүгә, газ менән тәьмин итеүгә килешеү төҙөйбөҙ. Ҡорамалдарҙы техник хеҙмәтләндереүгә рөхсәт булмаған осраҡта, газ тәьминәтен өҙөргә мәжбүр буласаҡбыҙ.

Азамат Солтанов, электр һәм газ ҡорамалдары мастеры

Гүзәл Борханова.