Өфөләге төҙөкләндерелгән Ағиҙел яры буйында комплекслы хәүефһеҙлек системаһы булдырыла

Уны әҙерләү менән ведомство-ара комиссия шөғөлләнә. Айырым иғтибар күп халыҡ ҡатнашлығындағы сараларға бүленә. Система проектына видео-комплекстар индерелгән. Ул кешенең йөҙөн таный, халыҡ иҫәбен һанай, онотолған әйберҙәрҙе таба һәм шикле кешеләрҙе билдәләй ала.