Радий Хәбиров «Йәшлек-шоу»ҙа

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республика Башлығы Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә популярлыҡ алған йәштәр йыр-моң конкурсы быйыл ул тотош Рәсәй буйынса уҙҙы. Һөҙөмтәлә ярымфиналға 24 башҡарурсында ҡатнашыусылар менән осрашты. Быйыл эпидемиологик шарттарға бәйле конкурс телеформатта уҙа. Ләкин был конкурстың абруйын бер нисек тә кәметмәне. Киреһенсә, яңы форматта география, унда ҡатнашырға теләүселәр ҙә артҡан ғына. 

Быйыл музыкаль бәйгелә Башҡортостандан тыш, илдең 11 төбәге вәкилдәре ҡатнаша. Ярымфиналды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы күрһәтә. Бөгөн йәш йырсыларҙың башҡарыу оҫталығын баһаларға «Йондоҙҙар фабрикаһы» телетапшырыуы авторы Лина Арифуллина ла килде. Әммә Башҡортостан етәксеһенең йәштәр проектын телевидениеға төшөрөү ваҡытын килеп күреүен береһе лә көтмәгәйне.

Йәшлек-шоу 28-се тапҡыр ойошторола. Проект йәш башҡарыусыларға сәхнәгә сығырға юл аса, тип әйтергә мөмкин. Конкурсанттарға вокал һәм хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирелә.

«Йәшлек-шоу» фестиваленең ярымфиналы БСТ телеканалында 5 декабрҙән алып һәр шәмбе күрһәтеләсәк. Ә финал өлөшө тура эфирҙа 26 декабрь үтә. Еңеүсегә 300 мең һум аҡсалата бүләк һәм Элвин Грей леблында продюссерлыҡ та ҡаралған.

Айнур Кәбиров.