Дәүләт Думаһы өсөнсө, һуңғы уҡыуҙа 2021 йылға федераль бюджет тураһында закон ҡабул итте

Белгестәр киләһе йылда Рәсәй иҡтисады күрһәткестәре 3,3 процентҡа артыр тип фаразлай. Инфляция 4 проценттан юғары күтәрелмәҫ, тип көтөлә. Рәсәй бюджетында иҡтисадты тергеҙеүгә ҙур күләмдә аҡса ҡарала. Федераль Йыйылыш депутаты Рәмзил Ишһарин белдереүенсә, дәүләт социаль йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән киләһе йылда  ауыл һәм ҡалалар инфраструктураһын яҡшыртыу өсөн өҫтәмә 2 миллиард һум бүленә. Төбәктәрҙә физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү өсөн, шулай уҡ, 2 миллиард һум аҡса һалына. Төпкөл ауылдарға интернет үткәреү өсөн дә сығымдар ҡаралған.