Ҡайһы берҙәр Өфөләге Ағиҙел ярын шулай тип атай. “Мин урындағы халыҡ менән килешәм, әммә Ағиҙел ярының мөмкинлеге ҙур. Ул Рәсәйҙә иң матур яр буйына әүерелеүе ихтимал. Беҙҙең маҡсат - уны баш ҡала һәм Өфө ҡунаҡтарының яратҡан урынына әйләндереү”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә республика етәксеһе. “Пландар күп. Унда асыҡ бассейн, ҡомлоҡ зонаһы, яхта клубы, кафе, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, йәйәүлеләр юлын киңәйтеү ҡарала. Шулай уҡ транспорт мәсьәләһен дә хәл итеү бурысы бар. Ҡала халҡынан Ағиҙел яры үҫеше буйынса тәҡдимдәр көтәм һәм фекер алышыуға саҡырам”, - тигән Радий Хәбиров. Тәҡдимдәр Башҡортостан ҡала үҫеше институты почтаһына ҡабул ителә.